Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Ноябрь 2021, 12:45

Ейәнсура шәлдәре – Өфөлә!

“Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында бер ыңғай ике күргәҙмә асылды

Ейәнсура шәлдәре – Өфөлә!
Ейәнсура шәлдәре – Өфөлә!

“Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында бер ыңғай ике күргәҙмә асылды

Республика халыҡ ижады үҙәгенә ҡараған “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында бер ыңғай ике күргәҙмә асылды, тип хәбәр итте кисә “Башҡортостан” гәзите сайтында Рәүилә Ғатауллина.

“Халҡым минең – сикһеҙ хазина” тип аталғанында Ейәнсура районы шәл оҫталарының ҡул эштәрен күрергә була, икенсе залда ошо уҡ төбәктең Балалар художество мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең һәм педагогтарҙың кейеҙ ярҙамында башҡарылған сағыу эштәре ҡуйылған.

Ейәнсура элек-электән шәлдәре менән дан тотҡан. Әле лә оҫтабикәләр был эште сәнғәт кимәленә күтәреп, уны төрләндереү, артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Был күргәҙмәне Өфөгә Ейәнсура районы хакимиәте советы секретары Марат Мөхәмәтов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәрит Вәлиев, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре,  “Сәсән” фольклор ансамбле ағзалары алып килгән. Улар һәр береһе халыҡ шөғөлө тураһында ихлас итеп, белеп, күп мәғлүмәт еткерерлек итеп һөйләй ала.

Фәрит Вәлиев, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: “Күргәҙмәне Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторҙоҡ. Ул Ейәнсура шәлен күрһәтер, уны башҡорт шәле булараҡ бренд итеүгә булышлыҡ итер мөһим сара булып тора”, – ти.

Ейәнсуралар күргәҙмә ойошторорға ярҙам иткән өсөн Республика халыҡ ижады үҙәгенә, генераль директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаеваға, “Урал” галереяһының бүлек етәксеһе Кәримә Кайдаловаға ҙур рәхмәт белдерә. Дөйөм эш мәнфәғәте өсөн янып-көйгән ханымдар, ысын илһөйәрҙәр улар.

Гөлсиә Татлыбаева – беренсе шәлен ете йәшендә бәйләп ҡараған оҫта. Ул был эштең бөтә нескәлектәрен белә, шул хаҡта әллә күпме һөйләй ала. “Йырау” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе лә ул. “Бәләкәй саҡта өлкәнерәк инәйҙәргә йөрөп, шәл ситтәре бәйләргә өйрәнә торғайныҡ, – ти. – Бында районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан - Байыш, Ҡарғалы, Саҙалы, Сирғол, Иҫәнғолдан оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылды. Шәл күргәҙмәләрендә әллә нисә йыл рәттән Гран-при алған Зөлфиә апай Бикбулатованың шәлдәре лә бар. Шуны билдәләргә кәрәк, Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙарының төп шөғөлө күп ғаиләләргә килем арттырыу сығанағы ла булып тора. Шәлдәр ныҡ баһалана”.

Әйткәндәй, бында дебеттән бәйләнгән башҡа төрлө кейем өлгөләре лә ҡуйылған.

Икенсе күргәҙмәләге Ейәнсура районы балалар художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең кейеҙгә эшләнгән картиналары, ҡорамаларға сигеп башҡарылған эштәре баҙыҡлығы, биҙәктәр, төҫтәр төрлөлөгө менән арбай. Йоҡа кейеҙҙән һуғылған кейем өлгөләре лә иғтибарҙы йәлеп итә.

Күргәҙмәләр 21 ноябргә тиклем эшләй.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: