Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт/Культура
21 Декабрь 2021, 17:05

"Волга буйы моңо" – тәбиғәт үҙе яҙған моң"

Ошондай атама менән уникаль аудиовизуаль альбом донъя күрә

"Волга буйы моңо" – тәбиғәт үҙе яҙған моң"
"Волга буйы моңо" – тәбиғәт үҙе яҙған моң"

Был федераль округ илдә тәүгеләрҙән булып үҙенең көйөн булдырҙы. Музыкаль композиция нигеҙендә – төрлө төбәктәрҙәге географик объекттарҙың бейеклек күрһәткестәре. Уларҙы Роскартография белгестәре тауыш тирбәлеүенә әйләндереп үҙгәрткән. Ошо рәүешле килеп сыҡҡан 14 айырым композиция "Волга буйы моңо" тигән берҙәм музыкаль әҫәргә әйләнгән.

20 декабрҙән башлап төбәк телеканалдарында теге йәки был төбәктең аудиовизуаль һынланышын тапшырған тизерҙар, йәғни композицияның фрагменттары (өлөштәре) эфирға сыға башлай. Тыуған төбәк музыкаһы һәм ландшафтының бөтә матурлығын Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының http://pfo.gov.ru/ сайтында ҡарарға мөмкин.

Премьера 27 декабргә тәғәйенләнгән.

Сығанаҡ: pfo.gov.ru/press/events/

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: