Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
2 Март 2022, 11:15

Йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостанда «Урал балалары тауышы» республика йәш сәсәндәр конкурсының беренсе турына ғаризалар ҡабул ителә

Йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
Йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙинаға һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Конкурста 7-10, 11-14 һәм 15-18 йәшлектәр ҡатнаша.

Улар башҡорт телендә һәм уның диалекттарында эпостарҙан өҙөктәрҙе яттан һөйләргә, сығыш 4 минуттан артмаҫҡа тейеш. Милли кейемдең булыуы мотлаҡ, музыка ҡоралдарын ҡулланырға рөхсәт ителә. Эпик әҫәрҙәр һамаҡлап башҡарыла.

Конкурс номинациялары «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Ҡуңыр буға», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Алпамыша», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Таһир менән Зөһрә», «Буҙйегет» һәм башҡа башҡорт эпостарына тап килә.

Беренсе этап онлайн-режимда уҙғарыла. Ҡатнашыусы ғаризаһын һәм видеояҙмаларын 2022 йылдың 16 мартына тиклем [email protected] электрон адресына ебәрергә тейеш.

Конкурстың положениеһы: https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov

Фото: rcntrb.com

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: