Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
3 Март 2022, 12:25

Бөгөн - Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Ошо дата айҡанлы байдәүләттәр Ибрай ауылында йәшәп ижад итеүсе Земфира Аҡбутина менән матур осрашыу үткәргән. Земфира Хәкимйән ҡыҙы был сара хаҡындағы тәьҫораттарын беҙҙең менән дә бүлеште. 

Бөгөн - Бөтә донъя яҙыусылар көнө
Бөгөн - Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Үҙебеҙҙең районда Байдәүләт ауыл клубына осрашыуға саҡырҙылар әле. "Саҡырған ергә бар", - тиҙәр бит... Икенсегә булам инде унда. Беренсе тапҡыр"Һандыҡ төптәрендә" исемле китабым сыҡҡас, ауыл китапханасыһы Бикйәнова Гөлсөм ошо китапҡа бәйле матур сара үткәргәйне. Был юлы Фәнилә Байсурина саҡырҙы.

Ижадымды үҙ иткән кешеләр йыйылғайны бында. Байдәүләт ауыл хакимиәте башлығы Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтов та булып китте. Күптән түгел "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, районда беренселекте яулағайны байдәүләттәр. Хәҙер республикала майҙан тотмаҡсылар! Уңыштар ҡырмыҫҡа кеүек эшсән халыҡҡа! Ниндәй эшкә тотонһалар ҙа берҙәм генә эшләп, маҡсаттарына ирешә торған халыҡ йәшәй бында. Ауыл ҙурайған, төҙөкләнгән. Балалар күп. Иң мөһиме, улар үҙ ауылдарын яраталар, байрамдарҙы көтөп алалар.

Ә осрашыуға килеүселәрҙең яратҡан шиғырҙарымды уҡыуҙары, ауылдары хаҡында яратып, хәстәрләп һөйләүҙәре оҡшаны. Балалар өсөн "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан "Иҙел ҡыҙы" китабынан шиғырҙар уҡыным. Фәнилә Батырйән ҡыҙы ошо китапты бер төндә уҡып сығыуын әйтте. Һөйөндөм шуға. Ошо осрашыуҙан фотолар һалайым әле һеҙгә...

Земфира Аҡбутина.

Ибрай ауылы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: