Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
24 Апрель 2022, 15:35

Нурзилә - абсолют еңеүсе!

Өфөлә педагогик йүнәлештәге юғары һәм урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында "Әсә теле-2022" һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Ибрай ҡыҙы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Нурзилә Ҡолғаринаны ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Был хаҡта Нурзиләнең әсәһе Гүзәл Тоҡомбәтова үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.

Минең ҡыҙым абсолют еңеүсе🙏👍💪 21, 22 апрелдә педагогик йүнәлешле һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында "ӘСӘ ТЕЛЕ- 2022" һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Унда Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ педагогик вуз, ссуздарҙан иң алдынғы студенттары сығыш яһаны. М. Аҡмулла ис. БДПУ исеменән, минең ҡыҙым Нурзилә данын яҡланы. Конкурс 4 этаптан торҙо: - "Иң яҡшы дәрес" - "Педагогик рингта иң яҡшы сығыш яһаусы" - "Иң яҡшы теоретик" - "Буласаҡ уҡытыусының портфолиоһы" Минең Нурзилә ҡыҙым, ошо дүрт этаптарҙа ла иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, абсолют еңеүсе булды 💪 Уға Мәғариф һәм фән министрынан "Рәхмәт хаты" һәм дә "Абсолют еңеүсе" дипломдары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡыҙым, был оло еңеүҙәреңдең тәүге аҙымдарының береһе генә булып торһон, бар яҡлап та бәхет юлдаш булһын🙏🙏🙏Беҙ һине яратабыҙ һәм ҡотлайбыҙ🥰
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: