Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсураларҙы “Музейҙар төнө”нә саҡыралар

Ейәнсура тарих-тирә яҡты өйрәнеү музейы “Музейҙар төнө-2022” бөтә Рәсәй акцияһына саҡыра

Ейәнсураларҙы “Музейҙар төнө”нә саҡыралар
Ейәнсураларҙы “Музейҙар төнө”нә саҡыралар

21 майҙа йылдың иң күләмле мәҙәни сараларының береһе – “Музейҙар төнө-2022” үтә. Ейәнсура тарих-тирә яҡты өйрәнеү музейы ла акциянан ситтә ҡалмай.

Музейҙың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмө хәбәр итәүенсә, унда бөгөн концерт, төрлө мастер-кластар, күргәҙмәләр, музей залдары буйлап экскурсия үткәрелә. Саралар сәғәт 16.00-дә башлана. Инеү ирекле.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: