Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
19 Сентябрь 2022, 17:10

Ейәнсураларҙы конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыралар

Район мәҙәниәт йорто фестиваль һәм конкурстар үткәрелеүе хәбәр итте

Ейәнсураларҙы конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыралар
Ейәнсураларҙы конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыралар

Социаль селтәрҙә район мәҙәниәт йорто “Башҡорт шәле” асыҡ фестиваленең, “Мини Мисс һәм Мистер”, “Халҡым хазинаһы” район конкурстарының һәм “Тыуған ил, батырлыҡ, дан тураһында!” патриотик йырҙар смотр-конкурсының положениелары баҫтырҙы.

“Башҡорт шәле” фестивалы Әсәйҙәр көнөнә арнала һәм 25 ноябрҙә үткәрелә. Программала дебеттән төрлө изделиелар йәрминкәһе һәм конкурстар ҡаралған. Фестивалдә ҡатнашыуға заявкаларҙы 18 ноябргә тиклем тапшырырға кәрәк.

“Мини Мисс һәм Мистер” конурсы 4-тән 7 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн. Һайлап алыу туры 16 ноябрҙә, финал 1 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда үтә.

“Халҡым хазинаһы” сәсәндәр район конкурсы 1 ноябрҙән 13 декабргә тиклем үткәрелә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыусы һәр темаға бер нисә сәсәнлек эшен ебәрә ала.Тамашасы һәр ҡатнашыусы ижадын оҡшатҡандарға лайктар ҡуя. Ҡатнашыусы әҫәрҙе видеокамераға һөйләп, уның видеояҙмаһын, шулай уҡ исем-шәрифен, йәшен, ҡайҙан булыуын, бәйләнеш өсөн телефонын күрһәтеп интернет селтәрендә https://vk.com/club21425366 адресы буйынса ебәрә. Күп лайктар йыйыусылар II этапҡа үтә һәм 13 декабрь Район мәҙәниәт йортонда үтәсәк йомғаҡлау турына саҡырыла.

“Тыуған ил, батырлыҡ, дан тураһында!” патриотик йырҙар смотр-конкурсы 2022 йылдың 12 декабренән 13 апреленә тиклем бара. Район ауыл биләмәләренән йырлаусы коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша. Еңеүселәрҙең Гала-концерты 5 майҙа район мәҙәниәт йортонда буласаҡ, беренсе этабы иһә зоналар буйынса үткәрелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: