-3 °С
Болотло
Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы указы баҫылған.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берешәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Түләүгә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итә ала. Аҡса биреү тәртибен бер ай эсендә әҙерләйҙәр.