Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
31 Март 2023, 14:05

Ейәнсура шәле тураһында фильм конкурста өсөнсө урын яуланы

Сибайҙа «Осҡон» башҡорт видеоһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды

Ейәнсура шәле тураһында фильм конкурста өсөнсө урын яуланы
Ейәнсура шәле тураһында фильм конкурста өсөнсө урын яуланы

Төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар һәм приздар тапшырылды. Жюри составына республиканың кино һәм видео төшөрөү өлкәһендәге эксперттар – актриса Рушана Бабич, сценарист Шәүрә Шәкүрова, режиссер Айнур Асҡаров, медиаменеджер Антон Пряжевский, клипмейкер Батыр Ғәлимов, телевидение алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова, шулай уҡ Силәбе ҡалаһынан билдәле видеооператор Тимур Сәфиуллин инде.

“Документаль ҡыҫҡа метражлы фильм” номинацияһында «Ейәнсураның алтын мираҫы – Башҡорт шәле» фильмы өсөнсө урын яуланы, режиссеры – Морат Оморҙаҡов.

Конкурс тарихы 2016 йылда башлана, 2018 йылға тиклем ул Силәбелә үткәрелә. Өс йыллыҡ тәнәфестән һуң конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды һәм БР граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тергеҙелде. Конкурсты ойоштороусылар - «Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, БР драматургия һәм режиссура үҙәге һәм Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: