Әгәр һеҙҙең йәшегеҙ 16 йәштән 35 йәшкә тиклем икән, республика мәнфәғәтендә үҫешәһегеҙ, ә ижади проекттарығыҙ йәмәғәтселектә танылыу алһа - тиҙерәк заявка ебәрегеҙ! Ваҡыт бар - документтар 2023 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә.
Премияларҙы ике йылға бер тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәте тапшыра. Премияның күләме - 150 мең һум.
Премияға дәғүә итеү өсөн түбәндәгеләрҙе күрһәтергә мөмкин:
– тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә 1 йыл алдан баҫылып сыҡҡан, халыҡ алдында башҡарылған йәки төҙөлгән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре
– әҙәби әҫәрҙәр - матбуғатта тамамланған килеш баҫылып сыҡҡандан һуң
музыкаль, театраль, хореографик, цирк, кинематография һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре - улар менән күргәҙмәләрҙә, матбуғатта, концерттарҙа, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа халыҡ танышҡандан һуң
– архитектура өлкәһендәге эштәр - бинаны, ҡоролмаларҙы йәки биналар һәм ҡоролмалар комплексын файҙаланыуға тапшырғандан һуң.
Иғтибар итегеҙ, коллективтар күрһәтелгәндә дәғүә итеүселәр һаны 5 кешенән артмаҫҡа тейеш.
Эштәрҙе ҡабул итеү адресы - Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт, 411-се бүлмә, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге.
Бәйләнештә - йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Исмәғилева Диана Айрат ҡыҙы, тел. +7 (347) 218-03-08, (эске телефон 305-48). E-mail: [email protected]
Премиялар тураһындағы положение, кәрәкле документтар исемлеге һәм уларҙың формаһы - Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/
Карточкаларҙа - Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты исемен алған республиканың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге күренекле эшмәкәрҙәре.