үм булыуынса, “Тәмле” проекты Башҡортостандың егерме халҡы вәкиленең тарихы, мәҙәниәте һәм аш-һыуы менән таныштырҙы. Программа аша район-ҡалаларҙың иҫтәлекле урындарын күрҙек, республиканың талантлы һәм алсаҡ кешеләре менән таныштыҡ, хатта Башҡортостан халыҡтары телдәрендә бер нисә һүҙҙе ятлап алдыҡ.
Оҙаҡламай иһә телетапшырыуҙарҙа ҡатнашыусылар бер майҙансыҡта - "Лепешка" (“Майикмәк”) милли аш-һыу байрамында осрашасаҡ. Ни өсөн тап шулай? Сөнки был ризыҡ бөтә халыҡтарҙа ла тиерлек осрай.
Дөрөҫ, рецептар һәм атамалар ҙа, тәме лә төрлө. Уны бешереү ҙә бик ҡатмарлы түгел, бәлки, тап шуғалыр ҙа, ҡапыл ҡунаҡтар килгәс, кешеләр ғәҙәттә икмәктең ошо төрөн бешерә. Түңәрәк, алһыу, тәмле таба икмәге, һис шикһеҙ, ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек символы. Байрамды ойоштороусылар уның төрлө төрҙәрен күрһәтәсәк, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, Башҡортостандың таланттары тураһында һөйләйәсәк.
Шулай уҡ, милли аш-һыу, уны нисек бизнес-проектҡа әйләндереү тураһында стратегик сессия ойоштороласаҡ.
Барығыҙҙы ла 10 июндә иртәнге 10. 00. сәғәттә Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы "Аҡ Сатыр" паркында көтәбеҙ.