Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
24 Октябрь 2023, 17:05

Зәйнетдин – иң үҙенсәлеклеһе

...

Зәйнетдин – иң үҙенсәлеклеһе
Зәйнетдин – иң үҙенсәлеклеһе

Уҙған ял көндәрендә Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында «Voice of  Turan-2023» халыҡ-ара ҡаҙаҡ йыры фестивале үтте.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, йыр конкурсында Башҡортостан данын республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы, музыкант-мультиинструменталист, шоумен, ZAINETDIN этно-шоу проекты солисы Заһир Зәйнетдинов яҡланы.

Быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолған йыр конкурсында донъяның 14 иленән (Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй — Башҡортостан һәм Татарстан, Азербайжан, Польша, Белоруссия, Молдова, Грузия, Бүрәтстан, Болгария, Португалия, Испания, Аргентина) 18-35 йәшлек эстрада жанрын башҡарыусылар ҡатнашты. Улар — тәжрибәле, халыҡ-ара йыр конкурстарында уңышҡа өлгәшкән артистар.

— Конкурс шарттары буйынса беренсе көндә ҡатнашыусылар ҡаҙаҡ сәнғәте оҫталары менән ҡаҙаҡ телендә дуэт йырланы. Икенсе көндә улар үҙҙәренә оҡшаған ҡаҙаҡ йыры менән яңғыҙ сығыш яһаны. ZAINETDIN Шымкент аккордеонсыһы Мәхмүт Урумбаев менән йыр башҡарҙы, — тип һөйләне ойоштороусылар.

Конкурста яҡташыбыҙҙың сығышы «иң үҙенсәлекле сығыш» тип билдәләнде һәм уға диплом, аҡсалата бүләк тапшырылды.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: