Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
25 Октябрь 2023, 11:15

Йәштәр яңы үрҙәрҙе яулай!

17-21 октябрҙә Удмурт Республикаһында «ПРОгресс 3.0» ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йәштәр лагеры уҙҙы. Был проектта Башҡортостандан ҡатнашҡан биш хеҙмәткәр араһында Ейәнсура район мәҙәниәт йортонан Морат Оморҙаҡовты күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

Йәштәр яңы үрҙәрҙе яулай!
Йәштәр яңы үрҙәрҙе яулай!

 

Проект сиктәрендә үткән конкурста Белорет районынан Ангелина Чернова “Иң яҡшы йәш белгес” тип табылған һәм 9-10 дкабрҙә үтәсәк 12-се Тол Бабайҙа әкиәт фестиваленә, ә Александр Житнюк Бөтә Рәсәй “Йолалар ваҡыты” фестиваль-лабораторияһында ҡатнашырға саҡырылған.

Йәштәрҙең барыһын да   ҡотлайбыҙ! Һөнәри һәм шәхси үҫеш теләйбеҙ! Яңы үрҙәр яулағыҙ!  

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: