Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
17 Ноябрь 2023, 16:18

Ейәнсура ҡыҙы Земфира Төркиәлә II Халыҡ-ара күсмә халыҡтар фестивалендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙы

Аҡһыу ҡалаһында үткән был ҙур сарала төрлө халыҡ, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, үҙенең милләте, мәҙәниәте менән таныштырҙы.

Ейәнсура ҡыҙы Земфира Төркиәлә II Халыҡ-ара күсмә халыҡтар фестивалендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙы
Ейәнсура ҡыҙы Земфира Төркиәлә II Халыҡ-ара күсмә халыҡтар фестивалендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙы

Иҫәнғол ҡыҙы, Төркиәнең Ыспарта ҡалаһында белем алған Земфира Батталова башҡорт тирмәһенә килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы. Сит ил ҡунаҡтарын ул милли ризыҡтарыбыҙ, тарихыбыҙ менән инглиз һәм төрөк телдәрендә һөйләп таныштырҙы.

- Мин тирмә янында торғанда үтеп барған делегацияның бер вәкиле минең милли кейемемә һоҡланып, бергәләп фотоға төшөүемде һораны. Уның Косовоның премьер-министры урынбаҫары икәнлеген аҙаҡтан ғына белдем, - ти Земфира. Ул ғөмүмән, фестивалдә ҡатнашҡан илдәрҙең вәкилдәре башҡорт халҡын, уның ҡунаҡсыллығын юғары баһалауы хаҡында ғорурланып һөйләне.

Ә беҙ сит мәмләкәттәрҙә лә башҡортто танытырҙай рухлы ҡыҙыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ!  

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: