Бүләкләнеселәр араһында Ейәнсура районы йырсылары ла бар. «Традицион халыҡ башҡарыуы» номинацияһында – Иҙелбәк ауылынан Нәркәс Мөхәмәтйәнова һәм «Халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыу» номинацияһында Ейәнсура егете Фәһим Тоҡомбәтов бүләкләнделәр.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айтуған Вәлмөхәмәтов гран-при яуланы.
“Тамаша” журналы хәбәр итеүенсә, Быйыл проектҡа 100-ҙән ашыу кеше ғариза ебәргән, уларҙың 20-һе конкурста ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. «Башҡорт йыры-2023» йырсыларының башҡарыу оҫталығын компетентлы жюри баһаланы, уның составына Башҡортостандың халыҡ артистары Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова инде.
Конкурс 3 этапта үтте: ҡатнашыусылар жюри һәм телетамашасылар хөкөмөнә үҙҙәре башҡарыуында эстрада, халыҡ һәм ретро-йырҙар тәҡдим итте.
«Башҡорт йыры» телевизион фестиваль-конкурсы 2010 йылдан алып уҙғарыла. 13 йыл эсендә проектта 6000-дән ашыу йырсы ҡатнашты, Башҡортостандың алтын фонды өсөн 3000-гә яҡын йыр яҙҙырылды. «Башҡорт йыры» проекты йыл һайын яңы, сағыу йырсыларҙың исемдәрен асып ҡына ҡалмай, мәҙәниәтте үҫтереүгә, башҡорт музыкаһын пропагандалауға ҙур өлөш индерә. Башҡорт йыры Фестиваль-конкурсы киң резонанс алды һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡурай-ТВ телеканалдарының иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әүерелде. Төрлө йылдарҙа «Башҡорт йыры» конкурсында бөгөн билдәле башҡарыусылар: Дилара Иҙрисова, Айгиз Ғизәтуллин, Айгөл Һағынбаева, Иҙел Аралбаев, Марсель Ҡотоев, Заһир Иҫәнсурин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар еңеүсе булды.