Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
26 Декабрь 2023, 15:12

Ейәнсуралар юғары исемгә лайыҡ булды

Бөгөн Өфөлә Конгресс-холда Дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте.

Ейәнсуралар юғары исемгә лайыҡ булды
Ейәнсуралар юғары исемгә лайыҡ булды

Унда Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең Хореография бүлеге уҡытыусылары Гүзәл Тоҡомбәтова, Фәниә Дәминева һәм "Үҫәргән егеттәре" халыҡ вокаль ансамбле солисы Аҙнабай Бәҙәмшинға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" почетлы исеме бирелде.

Ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Район мәҙәниәте өсөн артабан да тырышып хеҙмәт итергә, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләргә яҙһын!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: