Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле ойошторолдо

...

Башҡортостанда ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле ойошторолдо
Башҡортостанда ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле ойошторолдо

Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды. Был хаҡта дүшәмбелә республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ярашлы указға бөгөн ҡул ҡуйылды.

– Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тип иҫәпләргә мөмкин, – тип белдерҙе республика етәксеһе.

Ул мәҙәниәт министрына тиҙ арала коллективтың базаһын формалаштырырға ҡушты.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: