Муйнаҡ ауыл биләмәһе ауылдары халҡы район смотр-конкурсына ҙур йөкмәткеле сара әҙерләгән.
Бай күргәҙмәлә һөт ризыҡтары, милли аш-һыу, ағастан эшләнгән әйберҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре, стилләштерелгән милли биҙәүестәр, Ейәнсура шәлдәре урын алғайны.
Муйнаҡтар элек-электән талантлы халыҡ йәшәгәнлеген беләбеҙ. Был сара ла шуны иҫбат итте. Барлығы 30 номерҙан торған концерт бер тынала үтеп китте,
йырҙар, бейеүҙәр, сәхнәләштереүҙәр менән үрелеп барҙы.
"Дарман" бейеү ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары концерттың йөҙөк ҡашы булды.