Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
25 Апрель , 17:09

Юлдашбаевтарҙың оло еңеүе

Кисә Өфөлә "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы финалы үтте.  

Юлдашбаевтарҙың оло еңеүе
Юлдашбаевтарҙың оло еңеүе

Унда республикабыҙҙың 63 район һәм ҡалаларынан финалға үткән алты ғаилә саҡырылды. Улар араһында Ейәнсуранан әсәле-ҡыҙлы Гөлниса һәм Гөлназ Юлдашбаевалар ҙа бар. Балаларға өҫтәмә белем биреүгә күп йылдарын бағышлаған Гөлнисә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Гөлназ Хәким ҡыҙы тантанала ҡатнашыусыларға Ейәнсураның даны булған шәл күргәҙмәһе тәҡдим итте. Шулай уҡ Гөлназ Хәким ҡыҙы ҡумыҙҙа уйнау оҫталығы буйынса мастер-кластар үткәрҙе.

Гөлниса һәм Гөлназ Юлдашбаевалар "Педагогик ғаилә династияһы" номинацияһында еңеү яуланы! Уларҙы БР Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин бүләкләне. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Оло еңеүегеҙ һеҙгә дәрт, артабан да уңышлы эшләү өсөн сәм өҫтәһен! Афарин! 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: