Башҡортто ҡурайһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Быуаттар аша бөгөнгә килеп еткән был музыка ҡоралы әле булһа бик полуляр. Республикабыҙҙың төп музыкаль символы булған ҡурайҙы лайыҡлы күрһәтерлек коллектив ойоштороу – заман талабы ине. Ниһәйәт, Республикала ҡурайсылар дәүләт ансамбле барлыҡҡа килде. 2024 йылдың 11 мартында Республика Башлығы указы менән яңы профессиональ коллектив барлыҡҡа килде. Был дата Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө булып тора.
Был проекттың инициаторы – билдәле ҡурайсы, педагог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. Ансамблдең художество етәксеһе лә ул. Ҡурайсылар ансамбле дәүләт хор капеллаһы, милли халыҡ инструменттары оркестры, эстрада-джаз оркестры менән бер рәттән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге филармония базаһында эшләгән етенсе коллектив.
Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылыуға күп тә үтмәне, 10 сентябрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров уның тәүге клибын социаль селтәрҙә тәҡдим итте.
"Был – ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбленең тәүге клибы. Унда «Ҡағы ташы», «Атлы ғәскәр маршы», «Йәнтүрә маршы» һәм башҡорттарҙың боронғо гимны "Урал" яңғырай.
Бер айҙан ансамблдең ҙур концерты буласаҡ, ул Республика көнөнә тәҡдим ителәсәк. Коллективты ҙур уңыштар, танылыу көтөүенә ышанам. Алға табан барғанда беҙ үткәнебеҙҙе онотмайбыҙ, тамырҙарыбыҙға ныҡлы тотонабыҙ. Ансамблдең ғүмере сағыу, ҡурай моңондай оҙон булһын! Барығыҙға ла матур көн теләйем!" – тип яҙҙы "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә Радий Фәрит улы.