Спектаклде «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры коллективы сәхнәләштерҙе. Республика халыҡ ижады үҙәге янындағы «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән артистар һәм уларҙың уңышы тураһында һөйләй:
Күптәр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың сәғәт ярым дауамында сәхнәлә уңышлы сығыш яһауына ышанмай. Әммә был ысынлап та, мөмкин, һәм был театрҙың ҙур ижади көсөн тәшкил итә. Психотеатр сәнғәтенең һөҙөмтәләрен күҙәтеү айырыуса күңелгә тыныслыҡ бирә. Сәхнә кешене эстән дә, тыштан да үҙгәртеү һәләтенә эйә. Хатта балаларҙың физик үҙенсәлектәре лә яйлап шымалан. Уларҙың мейе моторикаһы яҡшыра, күптәр яҡшы уҡый башлай. Әйткәндәй, коррекцион мәктәптәр педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре борсолоуына ҡарамаҫтан, спектакль 20 генә көн эсендә ҡуйылды».
Әлеге ваҡытта «Күңел күзе» халыҡ инклюзив театры коллективы составында 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 23 бала шөғөлләнә, уларҙың барыһы ла коррекция мәктәптәре уҡыусылары. Коллектив әүҙем гастролдәрҙә йөрөй, фестивалдәрҙә һәм хәйриә күрһәтеүҙәрендә ҡатнаша.
Фото: Маргарита Ғүмәрова