Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
24 Сентябрь , 17:05

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – 1 миллион һум

Башҡортостандың ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 1 миллион һум күләмендә түләү аласаҡ

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – 1 миллион һум
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – 1 миллион һум

Башҡортостан хөкүмәтендә дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә ярҙам сараларын тикшерҙеләр. Республика Башлығының «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указын үтәү өсөн төбәк хөкүмәтенең ҡарары проекты әҙерләнгән.

Хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров мәҙәниәт өлкәһе белгестәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре дүртенсе йыл инде түләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әгәр 2021-2022 йылдарҙа бер белгескә түләү күләме 500 мең һум тәшкил итһә, уҙған йылдан ул 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Уларҙы «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика программаһы сиктәрендә 120 белгес алды. Быйыл тағы ла 30 кешегә ярҙам итеү планлаштырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: