2025 йылдан Башҡортостанда Федераль бюджет иҫәбенә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы киңәйтеләсәк. Был ауылға дөйөм алғанда 74 профилле белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк: 30-ы – республика программаһы сиктәрендә һәм 44-е ағымдағы йылда эшләй башлаясаҡ федераль программала ҡатнашыу иҫәбенә. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
Әминә Шафиҡова «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһын әҙерләгәндә Башҡортостандың тәжрибәһе иҫәпкә алыныуын иҫкә төшөрҙө. Республикала ошондай программа 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса эшләй башланы. 2021-2022 йылдарҙа Башҡортостандың ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 500 мең һум күләмендә түләүгә дәғүә итә алды, 2023 йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем артты. Программаны тормошҡа ашырыу осоронда ошо маҡсатҡа бөтәһе 105 миллион һум бүленгән. Түләүҙәрҙе 150 белгес алған, улар араһында 75 мәҙәни-ял учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, 63 балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары, 4 китапхана хеҙмәткәре, 8 музей белгесе. Түләм алыусыларҙың уртаса йәше – 29 йәш.