ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Ейәнсуралар - Кремлдә!

Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең юбилей концерты Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы.

Ейәнсуралар - Кремлдә!
Ейәнсуралар - Кремлдә!

Республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта үҙенең сәхифәһендә ошолай тип яҙҙы:

"Наш легендарный и любимый всеми ансамбль народного танца имени Файзи Гаскарова впервые в своей истории выступает с сольным концертом в Государственном Кремлевском дворце.

На главной площадке страны «гаскаровцы» представляют программу «Танцы народов мира».

Кстати, именно 11 марта принято считать днем рождения ансамбля. Поздравляю от всей души!

Рад, что наши творческие коллективы пользуются популярностью за пределами Башкортостана. Меньше, чем через месяц, 8 апреля, в Большом театре выступит труппа нашего академического театра оперы и балета. В этом году мы везем в Москву балет «Рахманинов. Симфония длиною в жизнь»."

Ансамбль артистары араһында беҙҙең райондаштар Илдар Ваһапов, Замир Ғәлләмов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмилә Ғайсина булыуы һөйөндөрә!

Әйткәндәй, егеттәр Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында бергә уҡып, Ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас, Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә урынлашалар.

Афарин, йәштәр! Ейәнсура һеҙҙең менән ғорурлана!

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: