Һарытау ҡалаһынан килгән «Вверх» нәшриәте III халыҡ-ара “Китап-байрам” йәрминкәһенә «Километры внука ветра»китабын алып килде.
Китапҡа илдең төрлө мөйөштәренән йыйылған тылсымлы хикәйәләр тупланған, шул иҫәптән Башҡортостан әҙиптәренең да әҫәре ингән
- Бында минең «Урал рухы» тигән хикәйәм бар, - тип хәбәр итте Өфө яҙыусыһы Олег Зорин. - Унда Башҡортостанға Мәскәүҙән өләсәһенә каникулға килгән бер туған ағай-эне хаҡында һүҙ бара. Уларҙы шүрәле үҙ урманына саҡырып аҙаштыра, ә Урал батырҙың рухы маларҙарға өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итә.
Олег төп һөнәре буйынса юрист, «Динамо»баскетбол клубында эшләй. Әммә ижадҡа ла иғтибар бүлә.
Ул Урал батыр тураһындағы легенданың Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә танытырға ярҙам итер, тип ышанысын белдерҙе.