Ырымбур өлкәһендә Һүрәм һәм Эйек көйҙәре яңғыраны. 29 сентябрҙә Медногорскиҙа “Уйна, яратҡан нармун!” VII асыҡ халыҡ ижады фестивале үтте.
Ейәнсура район мәҙәниәт йорто хәбәр итеүенсә, фестивалдә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов етәкселегендә беҙҙең район гармунсылары ла лайыҡлы сығыш яһаған. Улар тамашасыларға һәм жюри ағзаларына «Һүрәм моңо» һәм «Эйек моңо»көйҙәрен башҡарып, онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк иткән. Был көйҙәр фестивалдә булған һәр кемдең йөрәгенә үтеп инеп, программаның ысын биҙәге булыған лайыҡлы танылыу алған.
Фото: район мәҙәниәт йорто.