Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
4 Октябрь 2025, 10:30

Беҙҙең артистар йәнә алдынғы

Вафа Мәүлитов еңеүен Ейәнсура районы юбилейына бағышланы

Беҙҙең артистар йәнә алдынғы
Беҙҙең артистар йәнә алдынғы

3 октябрҙә Өфө ҡалаһында Ҡурайсылар һәм йырсыларҙың А. Исҡужин исемендәге асыҡ ҡала конкурсы үтте. Был конкурс – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы Һәм халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың иҫтәлеген һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим ваҡиға. Ул ике йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм бөтә төбәктән талантлы башҡарыусыларҙы йыя, тип яҙа Ейәнсура район мәҙәниәт йорто социаль селтәрҙә.

Был конкурста беҙҙең район вәкилдәре үҙен лайыҡлы күрһәткән. Беҙҙең район намыҫын яҡлаған Вафа Мәүлитов һәм Рушан Ҡәҙербаев йәнә бер тапҡыр Ейәнсураның таланттар иле булыуын раҫлаған. Рушан Ҡәҙербаев – икенсе, Вафа Мәүлитов Гран-при яулаған! Вафа Атаулла улы үҙенең еңеүен районыбыҙҙың юбилейына бағышлаған.

Яҡташтарыбыҙҙы ҙур ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас