Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
21 Октябрь 2025, 11:10

«Бейеү – ул халыҡтың күңеле»

Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнә.

«Бейеү – ул халыҡтың күңеле»
«Бейеү – ул халыҡтың күңеле»

Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. Башҡортостан Республикаһында башҡорт бейеү сәнғәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында булдырылған мәҙәни байрам көнө итеп 21 октябрь - күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө.

Башҡорт мәҙәниәтенең сағыу символдарының береһе — башҡорт бейеүе. Унда халыҡтың көнкүреше, һөнәрҙәре, йола-ғөрөфтәре, байрамдары, тәбиғәт менән бәйләнеше сағылыш таба. Милли бейеү – ул халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ирҙәр бейеүҙәре көслө, дәртле хәрәкәттәр менән айырылып торһа, ҡатын-ҡыҙҙар бейеүе — тыйнаҡлыҡ, нәфислек һәм хис-тойғоларға бай булыуы менән үҙенсәлекле. Бейеү теле һәр кемгә лә аңлашыла. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. 

2024 йылдың 16 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында төбәктә милли хореография үҫешенә әүҙем булышлыҡ итеүе тураһында әйтте.

 

«Милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләргә беҙҙең кеүек күп милләтле республикала дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө тип ҡарайбыҙ. Мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға кәрәк. Бөгөн тағы бер идеябыҙ хаҡында әйтмәксемен. Республикала Милли бейеү көнөн булдырырға теләйбеҙ. Ул шул иҫәптән милли кейемдәрҙе күтәреү өҫтөндә эшләйәсәк, сөнки милли бейеү улар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән», - тине Радий Хәбиров.
Автор:
Читайте нас