Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
14 Февраль , 13:55

AY YOLA Европаға юллана

Беренсе концерт ҡыштың һуңғы көнөндә була

AY YOLA Европаға юллана
AY YOLA Европаға юллана

Быуаттар буйына сәсәндәрҙән сәсәндәргә тапшырылып килгән «Урал Батыр» эпосы тәүге тапҡыр Европа сәхнәләрендә яңғыраясаҡ. AY YOLA төркөмө Европа буйлап тәүге турнеға сыға.

«Беҙ йәнле тауыш алып киләбеҙ: ҡурай, думыбра, ҡумыҙ. Һәм Башҡортостан ерендә тыуған тарих», — тип уртаҡлашты коллектив ағзалары.

Тәүге сығыш Сербияның баш ҡалаһы Белградта 28 февралгә планлаштырылған. Артабан AY YOLA Болгарияға, Венгрияға һәм Германияға юллана.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас