Быйыл конкурстың төп темаһы - Рәсәй халыҡтары берлеге, милләт-ара татыулыҡ, тыныслыҡ һәм бер-береңә хөрмәт.
Рәссамдар түбәндәге йүнәлештәр буйынса ижад өлгөләрен тәҡдим итә ала:
Рәсәй халыҡтары тормошо берҙәм ритмда - төрлө милләт, төрлө йәштәге, һөнәрле кешеләрҙең көндәлек тормошо;
Йолалар берләштерә - Рәсәй халыҡтарының милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары, милли кейеме, аш-һыуы, кәсептәре, хәҙерге заманда йолаларҙы һаҡлау;
Дөйөм миссия - берҙәм хеҙмәт, ижад һәм ил тураһында хәстәрлек аша кешеләрҙең берлеге;
Быуындар бәйләнеше - халыҡтар дуҫлығы һәм илдең тотороҡло үҫеш нигеҙе булараҡ ҡиммәттәр, хәтер һәм тәжрибә күсәгилешлеге. Үткәндәр, бөгөнгө һәм киләсәк диалогы;
Рәсәй - уртаҡ йортобоҙ - төрлө мәҙәниәт һәм яҙмыш кешеләренең уртаҡ йорто булған Рәсәй образы.
Быға шундай мөһим темаларға ижад итеүгә 18-35 йәшлек профессиональ стрит-арт-рәссамдар һәм үҙешмәкәр рәссамдар саҡырыла.
Проект сайтында 3 майға тиклем ғариза бирергә һәм буласаҡ эшеңдең эскизын урынлаштырырға кәрәк. Бер кеше 3 төрлө эш тәҡдим итә ала: formartpfo.ru
Еңеүсе тип табылыусылар Волга буйы федераль округының 14 төбәгендә урынлашҡан биналарға һүрәтен төшөрә аласаҡ.
Еңеүселәр исемлеге август айында билдәле була, уларға 200, 150 һәм 100 мең һумлыҡ грант аҡсалары ла биреләсәк.
Һүрәттә 2025 йылда Башҡортостандан ҡатнашыусы Кирилл Ильиндың "Һыбайлылар" эше күрһәтелгән. Ул 3-сө урын алды һәм Ағиҙел ҡалаһындағы биналарҙың береһенә һүрәтен төшөрҙө.