

Төп сараларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге, музейҙар, китапханалар һәм театрҙар менән берлектә ойоштора.
Өфөләге төп байрам сараһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үтәсәк. 16:00 сәғәттә ҡунаҡтарҙы стилләштерелгән кейем күрһәтеүе, артистар сығышы, күргәҙмә-йәрминкә һәм милли кейем элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакле, ә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында – «Ете ҡыҙ» спектакле күрһәтеләсәк. Дәүләт академия рус драма театры «Театр киңлегендә милли кейем» күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Тамашасыларҙы һәм ижади коллективтарҙы «Милли кейемдә театрға барабыҙ» флешмобы берләштерәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «ЭТНО стилендә көн» республика акцияһы башланасаҡ. 15:00 сәғәттә «Милли матурлыҡ сығанаҡтары» фотокүргәҙмәһе асыласаҡ (авторы — Ләйсән Нәүметуллина). «Планета» сауҙа-күңел асыу комплексында «Музей аҙналығы» уҙасаҡ.
Милли китапханала «Халыҡ кейемдәрендә төҫ һәм биҙәк символикаһы» лекцияһы, «Башҡорт милли кейеме – тере ептәр» төбәкте өйрәнеү ултырышы һәм кейемде ҡулдан биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙасаҡ.
Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы филиалдарында ғаиләләр өсөн программалар һәм этник кейемдә ҡурсаҡтар эшләү буйынса дәрестәр үтәсәк.
Республиканың барлыҡ райондарындағы тарихи-мәҙәни үҙәктәр балаҫ һуғыу, селтәр эшләү, биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фольклор кисәләр, этносәғәттәр һәм башҡорт, татар, рус, мари, удмурт, сыуаш, белорус һәм латыш кейемдәре тураһында әңгәмәләр әҙерләй. Саралар шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында һәм ХМАО-Югралағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә лә уҙасаҡ.
Байрамға онлайн да ҡушылыу мөмкинлеге бар. Милли китапхана «Хәтер юлы: милли кейем тауышы» виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Социаль селтәрҙәрҙә #МинМиллиКейемдәУҡыйм һәм #МинМиллиКейемдәЭшләйем хэштегтары менән флешмобтар, шулай уҡ «Милли кейем заманса тормошта» фотоконкурсы уткәрәсәк.
«Милли кейем – халыҡтың визит карточкаһы, унда уның тарихы, үҙенсәлеге һәм күңеле сағыла. Бөгөн уға ҡыҙыҡһыныу арта. Республикабыҙҙа йөҙәр йылдар дауамында төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта йәшәй. Беҙҙең дуҫлыҡ, мәҙәни төрлөлөк, үҙ-ара хөрмәт – был беҙҙең төп байлыҡ һәм бөгөн яуызлыҡҡа ҡаршы тороусы көс. Беҙ төрлө, ләкин бергә – шулай буласаҡ та!» – тип билдәләне Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нурлан Ғәниев.
Күпселек сараларға инеү ирекле. Майҙансыҡтар адресы, саралар башланыу ваҡыты һәм ҡатнашыу шарттары мәҙәни учреждениеларҙың рәсми сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Тәҡдим ителгән хэштегтар: #МиллиКейемКөнө2026, #ЭтноКодБашкортостан, #МинМиллиКейемдә, #ДеньНациональногоКостюмаРБ2026, #ЯВНациональномКостюме.
Милли кейем көнө халыҡтарҙы берләштереүсе һәм Башҡлортостандың мәҙәни мираҫының байлығын күрһәтеүсе сараларҙың береһенә әүереләсәк!