

15-16 апрелдә Ырымбур өлкәһе башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен тәрән өйрәнеү майҙансығына әүерелде. Милли традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән күләмле мәҙәни‑ағартыу проекты сиктәрендә халыҡ ижадының төп жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Инициатива «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ейәнсура район мәҙәниәт йорто хәбәр итеүенсә, саралар Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында һәм Һарыҡташ ҡасабаһында, Октябрьский районының Иманғол ауылында Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында үтте
Республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты, Нәжметдин Хәсәнов исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Рушан Ҡәҙербаев тыңлаусыларға башҡорт милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнау серҙәрен асты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йырау» халыҡ башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Гөлзиә Татлыбаева башҡорт фольклоры нигеҙҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Программаға «Йырау» фольклор ансамбле ҡатнашыусыларынан башҡорт халыҡ биҙәүестәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе өҫтәлде. Тәжрибәле оҫталар етәкселегендә ҡатнашыусылар күкрәксә эшләүҙең традицион техникаһы менән танышты, орнаменттарҙың символикаһы һәм милли мәҙәниәттә биҙәүестәрҙең әһәмиәте тураһында белде.
“Коралай” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Гөлнара Түләбаева ҡатнашыусыларҙы башҡорт хореографияһы нигеҙҙәре менән таныштырҙы. Оҫталыҡ дәресе халыҡ бейеүҙәренең төп элементтарын, характерлы хәрәкәттәрҙе һәм пластиканы өйрәнеүҙе, ритмик һүрәттәрҙе үҙләштереүҙе үҙ эсенә алды.
Фото: Район мәҙәниәт йорто