

Журналист, продюсер, алып барыусы, етәксе, тынғыһыҙ ижадсы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән юғары исемгә лайыҡ булды!
"Етәксебеҙ Рита Ришат ҡыҙының күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте, башҡорт халҡының сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Бик күп мәҙәни саралар, фестивалдәр, концерттар ойоштороусыһы, "Байыҡ", "Башҡорт йыры", "Ете егет" һ. б. телевизион проекттар авторы булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙе киң тамашасыға еткереп, уның абруйын тағы ла күтәрә.
Илһамығыҙ һүнмәһен, яңы ижади үрҙәр яулау өсөн көс-ҡеүәтегеҙ ташып торһон! Киләсәктә лә халҡыбыҙға хеҙмәт итеп, тағы ла ҙур уңыштарға ирешергә яҙһын!"- тип яҙған "Ҡурай- ТВ" каналы.
Беҙ ҙә башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәтен үҫтереүгә бар көсөн һалған һоҡланғыс шәхесте юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!