Майҙанда - "Коляскалар парады"

1 июндә, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Иҫәнғолда, район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан гөрләп торҙо. Был көндө "Коляскалар парады" ла уҙҙы.

       Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Шуға күрә 1 июндә, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, дәртле йыр-бейеүҙәренән һәм уйындарынан гөрләп торҙо. Балалар күңелдәре булғансы төрлө уйындарҙа ҡатнашты, тәмлекәстәр менән һыйланды, йәнһүрәт геройҙары менән фотоға төштөләр.

        Байрам Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, балаларға өҫтәлмә биреү үҙәге, район мәҙәниәт йорто ансамблдәре ҡатнашыусыларының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
           Шулай уҡ йылдағыса был көндө "Коляскалар парады" уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар был сараға алдан уҡ әҙерләнә башлағайны. Бәйгелә ҡатнашыусылар башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ булһа ла, барыһы ла матур, йөкмәткеле итеп әҙерләнеп килеп, үҙҙәренең ижади ҡарашы менән ойоштороусыларҙы таң ҡалдырҙы.

        Парадта ҡатнашыусылар өсөн үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләнгәйне. Еңеүселәргә уларҙы район хәкимиәте башлығы Дәмин Юланов тапшырҙы.

       Еңеүселәр итеп түбәндәге ғаиләләр танылды:

Гран-при – Килдебаевтар;

I урын – Бикбаевтар һәм Абдуллиндар;

II урын – Ҡунысбаевтар һәм Иҫәнбәковтар.

           Бындай саралар, һис шикһеҙ, кәрәк. Балалар мауыҡтырғыс сараларҙы бик ярата. Байрамдан улар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас