"Был иң һөйөнөслө еңеү булды!"

Иҫәнғол егете Динар Тоҡомбәтов бейегән ӨФһТУ-ның "Айтуған" халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төркиәнең Истанбул ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста ҙур еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ үҙенең тәьҫораттары менән гәзит уҡыусыларыбыҙ менән дә уртаҡлашты.

Динар Фәнүр улы ТОҠОМБӘТОВ:

- Ансамбль менән был бәйгелә Ейәнсуранан мин һәм Айзилә Бикбаева ҡатнаштыҡ. Әлбиттә, халыҡ-ара күләмдәге конкурстарҙа тәүге ҡатнашыуыбыҙ түгел. Быға тиклем Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Беларуссия, Ҡырғыҙстан һәм Төркиәлә булып, һуңғы икәүһендә урындар ҙа алғайныҡ. Әммә был конкурс уларҙың бөтәһенән дә айырыла. Ул тәүгә үткәрелһә лә, ҡатнашыусылар күп булды, Рәсәйҙән генә дүрт ансамбль инек. Һәм, шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер илдәрҙән дәүләт ансамблдәре, профессиональ бейеүселәр килһә, “Айтуған”да буласаҡ нефтсе, иҡтисадсы, инженер, программалаусы һ.б. бейей.

Әлбиттә, урын алыуға өмөт бар ине, сөнки башҡорт бейеүе дәртле, рухлы булыуы менән айырылып торҙо. Ә “еңеүсе – “Айтуған” ансамбле!” тип иғлан иткәс, беҙҙең ҡыуанғанды белһәгеҙ! Был ансамблдә биш йыл бейейем, әммә ошолай ҡыуанғанды иҫләмәйем. Был бөтә еңеүҙәребеҙ араһында иң һөйөнөслөһө булды. Мин мәҙәниәтебеҙ, бейеүебеҙ еңеү килтерҙе тип уйлайым. Башҡорт бейеүе еңде. Сөнки ул – уникаль, унда фольклор һаҡланған, шул уҡ ваҡытта Фәйзи Ғәскәров классик өлөш индергән: ҡулдарҙы, аяҡтарҙы, башты нисек күтәреүгә тиклем уйланылған. Бейеүебеҙ менән үҙебеҙҙең тарихты,йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, башҡорт егеттәренең рухлы булыуын лайыҡлы күрһәттек. Ансамбль Әлфиә Әнүәр ҡыҙы Сәйфуллина етәкселегендә эш башҡарҙы.

МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН

Конкурстың масштабы хайран ҡалдырырлыҡ : Истанбулға 37 илдән 45 бейеү коллективы йыйылған. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе (70%-тан ашыуы) – профессиональ труппалар. Донъяның 2000-дән ашыу артисының сығышын Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһы эксперттарынан торған талапсан жюри баһаланы. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас