Мәҙәниәт Культура
9 Сентября , 15:19

Донъя халыҡтары телдәре көнө – берҙәмлек һәм мәҙәни байлыҡ байрамы!

🌍 Донъя халыҡтары телдәре көнө – берҙәмлек һәм мәҙәни байлыҡ байрамы! 🌍8 сентябрҙә Иҫәнғолдоң А.И.Рутчин исемендәге 1-се һанлы мәктәбендә “Этно-лаборатория. Дуҫлыҡ хороводы” тип исемләнгән сағыу фестиваль үтте.

 Байрамда бер нисә класс уҡыусылары ҡатнашты: ✨ 5А (класс етәксеһе Сорокина Е. А.) – бөтәһен дә татар халҡының культураһы менән таныштырҙы; ✨ 5Б (класс етәксеһе Исхакова Л. В.) рус халҡының традициялары тураһында һөйләне; ✨ 6А (класс етәксеһе Итбаева Э. Р.) башҡорт халҡының мәәҙәни мираҫын  күрһәтте; ✨ 6Б (класс етәксеһе Макаев И. И.) ҡаҙаҡ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Һәр класс үҙенең халҡы тураһында һөйләп кенә ҡалманы, халыҡтың рухи тормошон төрлө яҡлап күрһәтте – йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы, тел, традициялар, милли аш-һыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.

Шулай уҡ байрамда ижади майҙансыҡтарҙа балалар милли бейеү нигеҙҙәрен өйрәнде, үҙ ҡулдары менән түбәтәй эшләү серҙәрен асты.

Был байрамды ойоштороу өсөн күңел йылыһын йәлләмәгән бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! Төрлө мәҙәниәт һәм телдәргә булған ихтирам беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен һәм беҙҙе берләштергән көс булһын!

#НавигаторыДетства #Росдетцентр #оДнеГрамотностиНД #НавигаторДетстваРБ #РеспубликаБашкортостан

Автор:А. Булатова
Читайте нас