Мәҙәниәт Культура
10 Сентября , 03:50

Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн башҡарасаҡ.

– Халҡыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йөҙәрләгән көй һәм йыр һаҡлана. Был беҙҙең ҙур мәҙәни байлығыбыҙ. Был музыкаль мираҫтың 110 ынйыһы республика конкурстары положениеһына индерелгән – шулай профессиональ ҡурайсылар араһында уникаль система булдырылған. Киң күләмле эстафетабыҙҙы тап ошо 110 көйгә бағышлайбыҙ. Беҙ был көйҙәрҙе уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, ә уларҙың матурлығы һәм тәрәнлеге хаҡында һәр кемдең иҫенә төшөрөргә теләйбеҙ, – тип яҙа эстафета-флешмобты ойоштороусылар.

Эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡурайсыһы Динар Абдуллин башланы. Һәр ҡатнашыусы исемлек буйынса бер көйҙө уйнай (мәҫәлән, беренсе ҡурайсы «Азамат» ты башҡара) һәм эстафетаны киләһе ҡурайсыға тапшыра.

Ҡатнашыусылар яҙмаларҙы интернетта урынлаштырып, бөтә республиканан һәм унан ситтә тыңлаусыларҙы берләштерә.

2025 йылдың 10 октябрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнде.

Читайте нас