Мәҙәниәт Культура
10 Сентября , 09:01

Яҡташыбыҙ бүләкләнде

Рәсүл Ҡарабулатов Рәсәй мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

РФ мәҙәниәт министры Ольга Любимова Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовты «Мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эше өсөн» Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Рәсүл Ҡарабулатов – республиканың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса йәмәғәт советы һәм БР мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы.

Ул «Карауанһарай» төркөмө солисы, театр һәм кино актеры булараҡ билдәле. Сағыу эштәр араһында – Мостай Кәримдең трагедияһы буйынса спектаклдә Салауат образы, «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» һәм «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмдарындағы ролдәре. Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә булған.

2006-2007 йылдарҙа «Дуҫлыҡ Йорто» (һуңыраҡ – Конгресс-холл) төҙөлөшө менән етәкселек итә, 2011 йылда Башҡорт филармонияһын етәкләй, 2014 йылда яңынан Конгресс-холл менән етәкселек итә. 2017 йылдан – Өфөнөң ҡала мәҙәни-ял үҙәге директоры.

Читайте нас