

Матур парҙар
9 октябрҙә Ҡарғалы ауылының мәҙәниәт йортонда клуб хеҙмәткәрҙәре, зөбәржәт һәм яҡут туйҙарын билдәләүсе һоҡланғыс ғаилә парҙарын ҡотлау сараһы үткәрҙеләр. Юбилярҙар өсөн байрам көнөндә ауылдаштары тыуған яҡтарын үҫтереүгә индергән өлөштәре һәм күп йыллыҡ хеҙмәттәре өсөн уларға тәрән хөрмәт һәм рәхмәт белдереү өсөн сәскәләр һәм бүләктәр тотоп мәҙәниәт йортона йыйылды.
Бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын билдәләүсе Радик һәм Гөлйыһан Ғөбәйҙуллиндарҙы, яҡут туйҙарын билдәләүсе Ғайса һәм Фәнүзә Ғөбәйҙуллиндарҙы ҡотлап, клуб мөдире Гөлсөм Ғиззәт ҡыҙы Асҡарова юбилярҙарға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡарғалы егете Радик Ғөбәйҙуллин һәм Мөхәмәтйән ауылында тыуып үҫкән Гөлйыһан 55 йыл элек ғаилә ҡоралар. Матур ғаиләлә Руфина исемле ҡыҙ бала үҫтерәләр. Улар хәҙер ике ейәнсәргә өләсәй-ҡартатай булып бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр. Үҫмер саҡтан уҡ колхоз-совхоз эшенә егелеп, ғүмер буйы фермала мал ҡарайҙар, совхоздар таралғас үҙ хужалығында мал аҫырап, шәл бәйләп, ҡыҙҙарын уҡытып, юғары белем алырға ярҙам итәләр. Хәҙер улар үҙҙәре ҡыҙҙарының игелеген күреп, хәстәрлеген тойоп йәшәйҙәр. Руфина, Өфөлә йәшәһә лә, иптәше менән йыш ҡайтып, йорт эштәрендә ярҙам итәләр, ҡәҙерлеләрен яңғыҙлатмайҙар. Ейәнсәрҙәре Милана менән Сәфинә каникул етеү менән ауылға ҡайтырға атлығып торалар.
Ғайса һәм Фәнүзә Ғөбәйҙуллиндар 40 йыл элек ғаилә ҡороп, татыу ғаиләлә үҙҙәренең ике балаһы эргәһенә һеңлеләренең әсәйһеҙ ҡалған ике улын да һыйындыралар. Дүртеһен дә лайыҡлы тәрбиәләп, юғары белем алырға ярҙам итеп, ҙур тормошҡа сығарғандар. Филүс һәм Фәнил Нияҙғоловтар Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй, Әҙилә һәм Адик - Өфөлә. Ғөбәйҙуллиндарҙың тормошо – ныҡышмалылыҡ, аҡыл, хеҙмәт һәм бер-береңә һөйөү тарихы. Улар үҙҙәренең ғаилә ҡиммәттәрен дауам иткән лайыҡлы быуын тәрбиәләгән. Ғайса Ильяс улы оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһында эшләне, мәктәп ябылғас Ейәнсура район мәғариф бүлегендә профком рәйесе йөгөн тартты. Йорт алдары гөл-сәскәләргә күмелгән йорт хужабикәһе Фәнүзә Фәтих ҡыҙы йорт усағын һаҡлаусы һөйөклө тормош иптәше лә, хәстәрлекле әсәй ҙә, ете ейән-ейәнсәргә игелекле өләсәй ҙә. Хужалыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре араһында күпереп торған дебет шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр ҙә бәйләп өлгөрә ул. 40 йыл инде улар тормоштан ҡулға – ҡул тотоношоп йәнәш атлай, иң мөһимен – һөйөү һәм үҙ-ара аңлашыуҙы, бер- береһенә ихтирам һәм ышанысты һаҡлай алған.
Ғүмер байрамдарын билдәләүсе парҙарҙы ҡотлап ауыл таланттары әҙерләгән концерттан һуң, сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.