

Юлдаш ауылы китапханасыһы Гөлфиә Ишмөхәмәтованың исеме күптәргә таныш. Ул үҙенең шиғырҙары менән беҙҙең күңелдәрҙе яулап алды. Гөлфиәнең шиғырҙарының һәр юлы йөрәктән сыҡҡан, һәр һүҙе күңелгә барып етә. Ул тыуған яҡтың матурлығын, ауыл тормошон, кешеләрҙең шатлығын һәм ҡайғыһын сағылдыра. Гөлфиә, 14 октябрҙә Хәйбулла яҡтарынан саҡырыу алып, Аҡьярға, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә ҡатнашып ҡайтты. Данлыҡлы шағирҙың яҡташтары, юбилей айҡанлы конкурс иғлан иткәндәр икән. Ул өс төрлө номинацияла үткәрелә. "Мин ,, Шиғырҙар һәм проза " номинацияһында ҡатнаштым, унда Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырын эпиграф итеп шиғыр йәки проза яҙырға кәрәк ине", - ти Гөлфиә. Шиғырҙар буйынса уны еңеүсе тип билдәләйҙәр.Төрлө номинацияла ҡатнашыусылар Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Бөрйән, Хәйбулла, Миәкә райондарынан,Ҡазан ҡалаһынан килгәндәр икән. "Хәйбулла районының үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре бик ихлас ҡаршы алдылар. Байрамға Ҡәҙим Аралбайҙан тыш Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов та килгән ине. Бик матур осрашыуҙа булып,күңелгә ял алып ҡайттым", - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Гөлфиә Ишмөхәмәтова.