Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
9 Июнь , 18:36

Сәйәхәт өсөн рәхмәт!

Финиза Әбделғужина, Үрге Муйнаҡ ауылы:

Сәйәхәт өсөн рәхмәт!
Сәйәхәт өсөн рәхмәт!

- Райондың бер төркөм хеҙмәт ветерандары "Башҡортса оҙон ғүмерлелек" проекты сиктәрендә Баймаҡ районында булып ҡайттыҡ.???????? "Талҡаҫ" шифаханаһын һам Талҡаҫ күлен күргәс, Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәскә юл тоттоҡ. Беҙҙе башҡорт тарихи мәҙәни үҙәгендә бик йылы ҡаршы алдылар, Бөрйән ырыуы башҡорттарының тарихы, кәсептәре менән таныштырҙылар. Оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Тәмле төшкө аштан һуң, Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә юл тоттоҡ. ???????? Манһар ауылындағы өйөн (музей) күргәс, зыяратҡа барып, хәҙрәттең, мәрхүмдәрҙең рухына доға ҡылдыҡ.

⚡Был шәп программаны ойоштороусы "Урал батыр" туроператоры,ның генераль директоры Айгөл Рсим ҡыҙына Ейәнсура районының ветерандар совете рәйесе Нәзирә Фәтхислам ҡыҙына, оҙатып йөрөүсе Яҙгөл Ишмөхәмәтоваға ҙур рәхмәт!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в