Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Август , 17:03

Республиканың 10 муниципалитетында тыуым кимәле ныҡ кәмегән. Ә Ейәнсурала был йәһәттән хәлдәр нисек?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2021 йылдың статистикаһы менән таныштырҙы.

Республиканың 10 муниципалитетында тыуым кимәле ныҡ кәмегән. Ә Ейәнсурала был йәһәттән хәлдәр нисек?
Республиканың 10 муниципалитетында тыуым кимәле ныҡ кәмегән. Ә Ейәнсурала был йәһәттән хәлдәр нисек?
Былтыр тыуым коофициенты 1000 кешегә 9,8 тәшкил иткән. Тыуым кимәленең иң түбән күрһәткесе Ағиҙел ҡалаһына тап килә -6,2. Шулай уҡ был исемлеккә Салауат(7,5), Күмертау (8,2) ҡалалары, Федоровка (6,4), Йәрмәкәй (6,9), Борай (7,0), Көйөргәҙе (7,4), Бәләбәй (7,7), Тәтешле (7,8) һәм Илеш (8,2) райондары ингән.
 
Шул уҡ ваҡытта Бөрйән районы иң юғары күрһәткескә эйә. Унда 1000 кеше иҫәбенән 15,8 сабый донъяға килгән. Шулай уҡ Баймаҡ (12,9+), Асҡын (12,4) райондары килә.
Беҙҙең Ейәнсура районында тыуым Асҡындан ҡала, 12,2 тәшкил итә.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в