Былтыр тыуым коофициенты 1000 кешегә 9,8 тәшкил иткән. Тыуым кимәленең иң түбән күрһәткесе Ағиҙел ҡалаһына тап килә -6,2. Шулай уҡ был исемлеккә Салауат(7,5), Күмертау (8,2) ҡалалары, Федоровка (6,4), Йәрмәкәй (6,9), Борай (7,0), Көйөргәҙе (7,4), Бәләбәй (7,7), Тәтешле (7,8) һәм Илеш (8,2) райондары ингән.
Шул уҡ ваҡытта Бөрйән районы иң юғары күрһәткескә эйә. Унда 1000 кеше иҫәбенән 15,8 сабый донъяға килгән. Шулай уҡ Баймаҡ (12,9+), Асҡын (12,4) райондары килә.
Беҙҙең Ейәнсура районында тыуым Асҡындан ҡала, 12,2 тәшкил итә.