

Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй, Беларусь, Үзбәкстан, Иран һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһынан 1750 ҡатнашыусы йыйылды.
«Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе 30 йыл эшләү дәүерендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм нефть-газ химияһы комплексын артабан үҫтереүҙең оптималь ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн абруйлы майҙансыҡҡа әүерелде.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Дмитрий Титоренконың тормош иптәшенә йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат тапшырҙы һәм юбиляр предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.