Ейәнсурала тағы ла бер нисә ауыл кәрәҙле элемтәле булды

Башҡортостанда, шул иҫәптән Ейэнсура районында ла һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү буйынса федераль проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә.

Ейэнсураның ағы ла бер нисә ауыл кәрәҙле элемтәле булдыЕйэнсураның ағы ла бер нисә ауыл кәрәҙле элемтәле булды
Ейэнсураның ағы ла бер нисә ауыл кәрәҙле элемтәле булды

Бөгөн " Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү" программаһы сиктәрендә районыбыҙҙың Биштирәк һәм Әлебай ауылдарында Ростелеком кәрәҙле селтәрен асыу тантанаһы булып үтте.

Бығаса Новониколаевка һәм Үрге Бикбирзе ауылдары кәрәҙле элемтәгә тоташтырылһа, оҙаҡламай ошондай уҡ ҡыуаныслы ваҡиға Мәзит ауылында үтәсәк.

Интернет һәм цифрлы технологиялар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итәсәк – күп заманса сервистар, мәҫәлән, онлайн-белем биреү, электрон дәүләт хеҙмәттәре, телемедицина эшләйәсәк.

“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас