"Патриот" ҡотло булһын!

Ейәнсура халҡы бөгөн ҡыуаныс кисерә - беҙҙә ниһайәт кинозал асылды!

"Патриот" ҡотло булһын!"Патриот" ҡотло булһын!
"Патриот" ҡотло булһын!

Бер нисә сәғәт элек кенә район мәҙәниәт йортонда "Патриот" кинозалы асылды. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы директоры урынбаҫары Рөстәм Солтанғужин ҡатнашты.

Дәмин Марат улы кинозалға исем һайлау бәйгеһендә еңеүсегә - Яңыбай мәктәбенең Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Илфат Хужәхмәтовҡа исемле сәғәт тапшырҙы.

Сарала ҡатнашыусылар тантананан һуң "Башҡортостан" киностудияһы төшөргән "Төнъяҡ амурҙары" йәнһүрәтен ҡараны. 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас