Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы ла, әһәмиәтле лә сара булды

Бөгөн Иҫәнғолда район мәҙәниәте йортонда "Работа России. Время возможностей" Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе сиктәрендә ҙур сара үтте.

Файҙалы лә, әһәмиәтле лә сара булды
Файҙалы лә, әһәмиәтле лә сара булды

 

Унда район хакимиәте, мәшғүллек үҙәге, "Ғаилә" үҙәге, район учреждениелары вәкилдәре, потенциаль эш биреүселәр, ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, мәктәп уҡыусылары, Ейәнсура агросәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты. Был сара уҡыусылар һәм студенттар өсөн генә түгел, кадрҙар эҙләүсе хужалыҡтар һәм предприятиелар өсөн бик әһәмиәтле булды. 

Иҫәнғолдоң мәктәптәре һәм Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Дилара Туҡаева һәм Венер Сабитов ҡарамағында үткәрелгән профориентацион проект һөҙөмтәләре менән таныштырып үтһә, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр Динә Яҡшыбаева, Рәйсә Амонова, Гәүһәр Хәсәнова сарала ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: