Малай Муйнаҡта "Туҡмаҡ" шишмәһе төҙөкләндерелде

Ейәнсурала шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Малай Муйнаҡта "Туҡмаҡ" шишмәһе төҙөкләндерелдеМалай Муйнаҡта "Туҡмаҡ" шишмәһе төҙөкләндерелде
Малай Муйнаҡта "Туҡмаҡ" шишмәһе төҙөкләндерелде

Һүрәм ауыл биләмәһенең Малай Муйнаҡ ауылы янындағы "Туҡмаҡ" шишмәһе төҙөкләндерелде.

Был эш ауылына, тыуған яғының тәбиғәтенә битараф булмағандар, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы әүҙемдәре, ауыл халҡының һәм сығышы менән Малай Муйнаҡтан булғандарҙың инициативаһы менән башҡарылған. 
 
Ир-егеттәр шишмә тирәләй кәртәләү урынлаштырған, ә ҡатын-ҡыҙҙар уны Башҡортостан Республикаһы флагы төҫтәренә буяп ҡуйғандар. Шишмә янында өҫтәл дә урын алған. 
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас