

Хәҙер инде шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән Әлфиә Факил ҡыҙы үҙ эшен асыу хыялын "Минең бизнес" үҙәге етәксеһе Тәслимә Ҡыуатова, Ейәнсура районы бизнес-шерифы Азамат Салауатов һәм мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында тормошҡа ашырған. 350 меңлек адреслы социаль ярҙамға автомобиль прицебы, махсус саң һурҙырғыс, пар менән таҙартыу ҡоролмаһы, тәҙрә йыуыу өсөн махсус швабра, өй йыйыштырыу өсөн кәрәкле йыуыу саралары һатып алынған.