3-8 июндә Иҫәнғолдоң 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыларынан торған команда (етәкселәре Вадим Мәзитов) Сибайҙа уҙған "Хәүефһеҙлек мәктәбе" республика ярыштарына барҙы.
Йыл һайын уҙғарылған сарала республиканың 22 командаһы ҡатнашты.
Аҙна буйына барған ярыштарҙа йәш ҡотҡарыусылар ҡаршылыҡтар һыҙаты, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре, граждандарҙы яҡлау, ҡатнаш янғын эстафетаһы, спорт ориентирлашыуы һәм башҡа күп төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең оҫталыҡтарын һәм белемдәрен күрһәтте.
Палаткаларҙа йәшәүҙәренә һәм өҫтән ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар бик яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәр, һәм был саранан бик ҡәнәғәт ҡайттылар.
Ейәнсура командаһы нисәнсе урынға сыҡты икән?
Был турала "ЕЙӘНСУРА ТАҢДАРЫ"нда уҡырһығыҙ.